Карьерҙа эш 82 процентҡа тамамланған13.03.2019
Сибайҙа хәл тыныс, халыҡ үҙ эше менән мәшғүл, карьерға һыу тултырыу планлаштырылған ваҡытҡа тамамланасаҡ. Ижевскиҙа Волга буйы федераль округы советы ултырышынан һуң Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров журналистарға ошо турала һөйләне.

– Эш “Ростехнадзор” раҫлаған проектҡа ярашлы бара, предприятие билдәләнгән темпты һаҡлай. Ҡарҙың йылдам иреүе лә файҙаға, карьерға өҫтәмә һыу аға. Шуға күрә графиктан ҡалышмайбыҙ. 26 мартҡа өлгөрөрбөҙ, тип уйлайым, – тине ул.

Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов әйтеүенсә, карьерҙа эш 82 процентҡа тамамланған.



Вернуться назад