Ил етәксеһенән бүләк06.03.2019
Ошо көндәрҙә Хәйбулла районында күркәм юбилейҙарын билдәләгән Менәүәрә Ильясова (Аҡъяр), Хәләф Аҡҡужин (Яңы Ергән) һәм Лидия Павлущенколарға (Бүребай) Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡотлау открыталары тапшырылды.

Юбилярҙарҙың барыһына ла – 90 йәш. Үҙҙәрен яҡшы тоя улар, зиһенлеләр, хәтерҙәре шәп.

Туҡһан йәшен тултырған хеҙмәт ветерандарына район хакимиәтенән дә бүләк әҙерләнгәйне. Өлкәндәрҙе район хакимиәте һәм ветерандар советы вәкилдәре ҡотланы.

Шуныһы ҡыуаныслы: оло йәштәгеләрҙең барыһы ла бөгөн балаларының янында, уларҙың хәстәрлеген, яҡлауын тойоп, ейән-ейәнсәрҙәрен һөйөп, бәхетле ғүмер кисерә.


Вернуться назад