Милләт киләсәге ҡатын-ҡыҙ ҡулында27.02.2019
Малай тәрбиәләһәң – ысын ир-егет, ҡыҙ тәрбиәләһәң милләт тәрбиәләйһең, тигәндәр. Йәмғиәттә ҡатын-ҡыҙ роленең баһалап бөткөһөҙ икәнлеге һәр кемгә мәғлүм. Был йәһәттән республикабыҙҙа күп эштәр башҡарыла, саралар уҙғарыла. Шуларҙың береһе – “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” III республика бәйгеһе хаҡында бөгөн “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында үткән матбуғат конференцияһында һүҙ барҙы.

Конференцияның спикерҙары: Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина; Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе урынбаҫары, “Берҙәм Рәсәй” төбәк партия башҡарма комитеты етәксеһе урынбаҫары Гөлнара Кирәева; “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” бәйгеһе финалының режиссеры Екатерина Рафай; Башҡортостандағы ҡатын-ҡыҙҙар ойошмалары вәкилдәре һәм журналистар бәйге этаптары, ундағы номинациялар, ҡатнашыусылар хаҡында һүҙ алып барҙы.

Гөлнур Ҡолһарина әйтеүенсә, финалға үткән ҡатын-ҡыҙҙар бер нисә номинация буйынса еңеүсе итеп билдәләнәсәк: кемдер мәҙәниәт өлкәһендәге оҙайлы, өлгөлө хеҙмәте өсөн юғары баһаланһа, кемдер әүҙем йәмғиәт эшмәкәрлеге өсөн “Лидер ҡатын-ҡыҙ” титулын аласаҡ. Фән өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн кемгәлер “Ғалим ҡатын-ҡыҙ” исеме биреләсәк.

– “Уҡытыусы ҡатын-ҡыҙ” номинацияһының географияһы киң, ҡатнашыусылары күп, – тине Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы.

– Был бәйге ҡатын-ҡыҙ өсөн терәк булыу, уның статусын күтәреү маҡсаты менән булдырылды. Ҡатын-ҡыҙ бала ҡараусы, ғаилә усағын һаҡлаусы ғына түгел, уның елкәһендә тағы эш, йәмғиәт эшмәкәрлеге лә ята. Быйылғы йылда ҡатнашыусылар һанының күплеге ҡыуандыра, улар араһынан иң-иңдәрен һайлап алдыҡ, – тине үҙ сығышында Гөлнара Кирәева.

Екатерина Рафай һүҙҙәре буйынса ҡатын-ҡыҙҙарҙың тарихта, мәҙәниәттә һәм башҡа йәмғиәт йүнәлештәрендә ҡалдырған эҙе, хеҙмәт емеше баһалап бөткөһөҙ. “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” бәйгеһенә йомғаҡ яһау ҡоро бүләкләүгә генә ҡайтып ҡалмаясаҡ, ундағы сағыу мәҙәни тамашалар Башҡортостандың алыҫ райондарынан килгән ҡатын-ҡыҙҙар күңеленә хуш киләсәк.

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте инициативаһы менән уҙғарылған “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” III республика бәйгеһенә 4 март “Торатау” конгресс-холлында йомғаҡ яһаласаҡ.


Вернуться назад