Йылайырҙа таш урлайҙар26.02.2019
Баймаҡ һәм Белорет райондарында законһыҙ таш сығарған әҙәмдәр менән көрәшкән мәлдә Йылайырҙа ла бурҙар йоҡлап ятмай.

Юлдыбай ауылынан алыҫ түгел рөхсәтһеҙ тәбиғи таш әҙерләп оҙатыу карьеры эшләүе асыҡланған. Урлау арҡаһында дәүләткә килгән зыян 500 мең һум тирәһе тәшкил иткән.

Ҡатламлы таш сығарған предприятиеның лицензияһы булмаған. Эшселәр был шөғөл менән ярты йыл самаһы шөғөлләнгән. Урында ҡорамалдар, йөк машинаһы һәм сеймал табылған.

Аҙаҡтан хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре Юлдыбай ауылында 39 партия ҡатламлы таш өйөмө һаҡланған келәткә юлыҡҡан. Продукция һатыуға әҙерләнгән булған. “Урлау” статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.




Вернуться назад