Ҡояшлы Ҡара диңгеҙ буйынан ҡайнар сәләм!23.02.2019
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Сибай ҡалаһынан 250 бала Ҡара диңгеҙ буйында урынлашҡан билдәле курорт-ҡала Евпаторияның “Хыял” шифаханаһында һаулығын нығыта.

Уларҙың ялы күңелле тәьҫораттарҙан башланған: диңгеҙҙе үҙ күҙҙәрең менән күреү, тулҡындарҙы күҙәтеү, үҙенсәлекле һауа, төрлө сәләмәтлек процедуралары, бассейн, тренажер залдары, күңел асыу саралары һ.б.

Төркөм етәксеһе Фаяз Хәсәнов әйтеүенсә, 11-14 йәшлек ҡыҙ һәм малайҙар менән бергә диңгеҙ ярында зарядка яһау беҙҙең балаларға айырыуса оҡшай. Бындағы һауа кәйефте күтәреү көсөнә эйә, ти ул.

Альбина Тапаҡова төркөмөндәгеләр ҙә әүҙем ял итә. “Көнө буйы процедуралар үтәбеҙ, мауыҡтырғыс кисәләрҙә ҡатнашабыҙ, – ти етәксе. – Ҡырымдың тарихи ҡалалары буйлап экскурсиялар ойоштороласаҡ. Балалар төп шөғөлөн дә – уҡыуҙы – онотмай, дәрестәргә йөрөй”.

Шифаханала көнөнә биш тапҡыр ашатыу ҡаралған.

Һис һүҙһеҙ, Сибай уҡыусылары ҡояшлы Ҡырымдан рәхәтләнеп ял итеп, сәләмәтлеген нығытып, тыуған ҡалаһын һағынып ҡайтасаҡ.


Вернуться назад