Ватан хаҡына ҡаһарманлыҡ – мәңгелек өлгө23.02.2019
Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Ватанды һаҡлаусылар көнөнә бағышланған тантаналы сарала ҡатнашты.

Төбәк етәксеһе Советтар Союзы Геройҙары Александр Матросов менән Миңлеғәле Ғөбәйҙуллиндың үлемһеҙ батырлығына арналған һәйкәлгә сәскәләр һалды. Ватаны өсөн йәнен аямаған ҡаһармандар иҫтәлегенә бер минут тынлыҡ иғлан ителде.

Радий Фәрит улы шулай уҡ стела эргәһендәге тыуған Ишембай районы батырҙарына арналған мемориаль комплекста сәскәләр һалды.

Тантаналы сарала Рәсәй Дәүләт Думаһы һәм Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары, Хөкүмәт ағзалары, Өфө хакимиәте етәкселәре, һалдаттар, офицерҙар ҡатнашты.


Вернуться назад