"Изгелек"тең татлы емеше22.02.2019
Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтынан Гүзәл Ишмуллина Башҡортостанда “Иң яҡшы 100 топ ирекмән” исемлеген тулыландырҙы.

Ул уҡыу йортонда эшләп килгән “Изгелек” волонтерҙар хәрәкәтенә етәкселек итә. Был берләшмәлә студенттарҙың идея-маҡсаттарын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ ҡылына, проекттар яҡлана, төрлө форумдар, йыйындар үткәрелә, йәш лидерҙар тәрбиәләнә, хәйриә эшмәкәрлеге алып барыла.

Гүзәл Исҡужа ҡыҙының ҙур еңеүе яңы үрҙәргә ынтылышты арттырһын, “Изгелек” сафы артабан да тулыланһын.


Вернуться назад