Ут һаҡһыҙлыҡты яратмай22.02.2019
Йыл башынан республикала бихисап кеше янғындан һәләк булды, араларында балаларҙың күп булыуы бигерәк тә аяныслы.

Баймаҡта был тәңгәлдә маҡсатлы эш алып барыла. Былтыр район буйынса 3030 янғынды иҫкәртеү ҡоролмаһы ҡуйылған. Эш әле лә дауам итә.

Район хакимиәтенең граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса сектор мөдире Йомабай Йәғәфәров әйтеүенсә, иҫкәртеү саралары йыл дауамында бара. Яҙлы-көҙлө “Торлаҡ” операцияһы иғлан ителә. Янғын һүндереүселәр, ауыл хакимиәттәре белгестәре йорттарҙа янғын хәүефһеҙлеге талаптарының үтәлешен даими тикшерә. Бындай сараларҙа ҡайһы бер урындарҙа электр селтәрҙәренең иҫкелеген, мейестәрҙе файҙаланыу ҡағиҙәләре үтәлмәүен күҙәтергә тура килә.

Билдәле булыуынса, Башҡортостан Хөкүмәтенең ҡарарына ярашлы, 2016 йылдан алып ауыл биләмәһе хакимиәттәре тарафынан бирелгән исемлек буйынса, яңғыҙ йәшәгән ололарға, бәлиғ булмаған балалар тәрбиәләгән ишле, социаль яҡтан хәүефле һаналған ғаиләләргә янғынды иҫкәртеүсе ҡоролмалар бушлай бирелә. Шулай уҡ былтырҙан алып сабыйҙары тыуғандарға ла тапшырыла башланы. Әйткәндәй, бындай ҡоролмаларҙы һәр кем үҙе һатып алып та ҡуя ала.

Баймаҡ районы хакимиәтенән бүленгән 100 мең һумға янғынды иҫкәрткән ҡоролмалар һатып алынасаҡ, уларҙы ҡала һәм район биләмәләрендә йәшәгәндәрҙең (айырым категорияға ҡарағандарҙың исемлеге буйынса) йорттарына урынлаштырыу планлаштырыла.

Һәр кем был йәһәттән һаҡ эш итергә, һыуҙан ҡалһа ла, уттан ҡалмауын аңларға тейеш.


Вернуться назад