Өфөлә ҙур Еңеү парады көтөлә21.02.2019
Хәбәр итеүебеҙсә, “Башҡортостан – мөмкинлектәр биләмәһе” форумында йәштәр Радий Хәбировҡа бик күп ҡыҙыҡлы һорау әҙерләгәйне. Уларға яуап биргән арала республика етәксеһе ҡайһы бер серҙәрҙе лә асты.

Мәҫәлән, Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә әҙерлек һәм ҡаһармандар хаҡында хәтерҙе мәңгеләштереүгә арналған һорауға яуап биргән ваҡытта Радий Фәрит улы:

– Быйыл 9 Майҙа Өфөлә күп хәрби техника йәлеп итеп, ҙур парад уҙғарырға әҙерләнәбеҙ, – тип белдерҙе. – Ғәҙәттәгесә, урамдар буйлап “Үлемһеҙ полк” үтәсәк. Беҙҙең быуын вәкилдәренә Еңеү һәм уның әһәмиәте тураһында һөйләү кәрәкмәй ине – ошо юҫыҡта тәрбиәләндек. Ә һеҙгә ауырыраҡ, ветерандар ҙа йылдан-йыл кәмей. Был йәһәттән тәрбиә эшен алып барған кешеләргә рәхмәт.

Форумда һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр исеменән Рөстәм Нәбиев сығыш яһап, ҡала мөхитен инвалидтар өсөн уңайлыраҡ итеүҙе һораны. Радий Фәрит улы уның менән килеште һәм көстән килгәндең барыһын да эшләргә һүҙ бирҙе.


Вернуться назад