"Ҡыҙҙарыбыҙға ҡусты ла алырбыҙ әле"17.02.2019
Сибай ҡалаһында йыл башынан сабыйҙар һаны артыуы күҙәтелә. Игеҙәктәр тыуған осраҡ байтаҡ. Урындағы ЗАГС бүлеге етәксеһе Айгөл Бохарбаева әйтеүенсә, ошо көндәрҙә йәнә бер бәхетле ғаиләлә игеҙәктәр донъяға килгән.

Гөлназ менән Рәфис Айҙашевтарҙың ҡыҙсыҡтары һау-сәләмәт, үҙҙәрен яҡшы тоя.

– Уларҙың ике йәшлек Регина апайҙары ла бар. Алла бирһә, ҡыҙҙарға ҡусты ла алырбыҙ әле, – ти бәхетле пар.

ЗАГС бүлеге хеҙмәткәрҙәре өс ҡыҙлы йәш ғаиләгә таныҡлыҡ һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.


Вернуться назад