Электричкала әкиәт тыңлап...17.02.2019
Күптән түгел баш ҡала уҡыусылары һәм Өфө балалар тимер юлы тәрбиәләнеүселәре өсөн “Толпар” электричкаһында Дим – Өфө – Шаҡша маршруты буйынса экскурсия ойошторолдо.

Башҡортостандың ҡала сите пассажирҙар компанияһы хеҙмәткәре тормошҡа ашырҙы был эште. Сәфәр барышында тыуған яҡты өйрәнеүсе ғалим Павел Егоров балаларға Һамар – Златоуст тимер юлының төҙөлөү тарихы тураһында һөйләне, Эске эштәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы вәкилдәре “Наркотиктарға – юҡ!” иҫкәртеү акцияһы үткәрҙе.

Полиция капитаны Мәҙинә Хөсәйенова һөйләүенсә, электричкала ошондай дәрестәр дүртенсе йыл уҙғарыла, улар йәш пассажирҙарға ныҡ оҡшай, хәтеренә ныҡлы уйыла.

“Сәғәттән ашыу дауам иткән экскурсия бик йәнле барҙы, – тип тәьҫораттары менән бүлеште Башҡортостандың ҡала сите пассажирҙар компанияһы матбуғат секретары Сергей Спатар. – Уҡыусылар һәр нәмә менән ҡыҙыҡһынып һорауҙар бирҙе, үҙ фекерен әйтте, “Балалар радиоһы” Өфө редакцияһы “Электричканан әкиәт” ижади конкурсын ойошторҙо. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән бәләкәй пассажирҙарға айырым ҙур хәстәрлек күрһәтелде. Бында ҡатнашҡан һәр кемгә китаптар, әҙәби журналдар, республиканың билдәле урындары сағылдырылған туристик карталар тараттыҡ”.


Вернуться назад