"Хәҙер барыһына ла көс етәсәк!"15.02.2019
Ошо көндәрҙә “Баймаҡ урман хужалығы” автопаркы өр-яңы махсус техникалар менән тулыланды: янғын һүндереү өсөн һыу цистернаһы, гидроманипуляторлы “КамАЗ-43118” һәм “МТЗ-82” тракторы.

Етәксе Данил Мазһаров әйтеүенсә, яңы техника эште тағы ла һөҙөмтәлерәк, сифатлыраҡ башҡарыуға этәргес бирә. Урман янғындарын ваҡытында иҫкәртеү һәм һүндереүҙе хәҙер үҙебеҙҙең көс менән атҡарып сығыу мөмкинлегебеҙ бар, ти ул.


Вернуться назад