Баймаҡтар ҙа һөт эсә15.02.2019
Райондың Иҫке Сибай ауылындағы “Сулпылар” мәктәпкәсә балалар учреждениеһына йөрөгән кескәйҙәргә һәм урындағы мәктәп уҡыусыларына көнөнә 100-әр грамм һөт бирелә башланы.

Сибай янында урынлашҡан был ауылдың экологик торошо тотороҡло: Баймаҡ районы хакимиәте һаҡланыу, иҫкәртеү юлдарын эҙләй, таба. Бигерәк тә балалар сәләмәтлеге айырым иғтибарға алынған. Тын юлдары, аллергия сирҙәре буйынса иҫәптә торған 16 малай һәм ҡыҙ тиҙҙән Сибай ҡалаһыныҡылар менән бергә Ҡырымға дауаланыуға ебәреләсәк. Бынан тыш, йәнә 50 бала республика шифаханаларында һаулығын нығытасаҡ.


Вернуться назад