Телефоныңдың көсө бөтһә... туҡталышҡа бар15.02.2019
Телефоныңдың көсө бөтһә... туҡталышҡа барКисә Стәрлетамаҡта, “Ашҡаҙар” ҡунаҡханаһы янында ҡалалағы тәүге “аҡыллы” туҡталыш ҡуйылды. Хәбәр ителеүенсә, уның проектын күптән түгел генә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировҡа күрһәткәйнеләр.

Ҡала хакимиәтенән белдереүҙәренсә, туҡталыш павильоны реклама конструкцияһын ҡуйыу буйынса конкурста еңгән ойошма иҫәбенә беркетеп ҡуйылған. Әле үк унда гаджеттарға зарядка туплаған USB-порталдар эшләй. Яҡын арала Wi-Fi, видеокамера, электрон табло ҡуйыласаҡ.

Бындай “аҡыллы” туҡталыштар оҙаҡламай Өфө һәм башҡа ҡалаларҙа ла урынлаштырыласаҡ.




Вернуться назад