Әллә төпһөҙ даръямы “мөхәббәт” тигәндәре?15.02.2019
Йәш саҡта һөйөү ғазаптарын кисермәгән егет йәки ҡыҙ юҡтыр ул. “Мөхәббәт” һүҙен ишетеү менән алыҫта ҡалған йәшлек йылдары күҙ алдына килеп баҫа.

Эй, мөхәббәт, бөйөк тауҙарға, сикһеҙ офоҡтарға, тәрән диңгеҙ­ҙәргә, сәскәле болондарға тиңләр инем мин һине. Кешелек тарихында донъя сәнғәтенең иң яҡшы әҫәрҙәрен тыуҙырыуға рухлан­дырған ҡөҙрәтле көс тә һин. Легенда һәм йырҙарҙа маҡтап телгә алалар, һин әҙәм балаһын берсә күктәргә күтәрәһең, берсә ғазап утында яндыраһың, берсә батырлыҡҡа, изгелеккә өндәйһең. Кемгәлер ғашиҡ булып, саф тойғо уянған кешенең күңелендә яуызлыҡҡа урын ҡалмайҙыр ул. Һинең алдыңда теҙ сүкмәгән, сих­ри ҡөҙрәтеңә табынмаған кеше бармы икән, эй, мөхәббәт?!
Кеше ғүмеренең иң гүзәл миҙгеле — йәшлек. Күңелдәрҙә яңы бөрөләнеп килгән таң ысығы һымаҡ саф тойғоларға хыянат итеүҙе лә яратмайһың һин, мөхәббәт. Ҙур маҡсаттарға, ауыр­лыҡтарҙы еңеү өсөн көрә­шергә, еңергә өндәйһең. Күптәрҙе бәхетле иткән дә, хыянатты күрә алмаған да һин, тормош диңгеҙендә дөрөҫ йүнәлеш алыу өсөн дә кәрәкһең.

Һөйөү, ғашиҡ булыу — изге ғәмәл. Ул бөтә ваҡлыҡтарҙан өҫтөн тора, мөғжизәләр тыуҙы­рыуға көс бирә. Йәшлектәге үкенесле, ғазаплы уйҙар ҙа һин, мөхәббәт, донъялағы бөтә матурлыҡ та, яҡшылыҡ та һинән яралған, мөхәббәт.

Ләкин һуңғы осорҙа һөйөү төшөнсәһе төҫһөҙләнә, үҙенең ысын исемен, дәрәжәһен осһоҙ­лай башлаған кеүек. Хәҙерге йәш егет һәм ҡыҙҙар интернет аша йәки бер-ике осрашып таныша ла бергә йәшәй башлай. Атай-әсәй менән кәңәшләшмәйенсә юл алған тормоштары ныҡлы булмай – төрлө сәбәп табып айырылышыуға килеп етәләр. Ҡыҙғаныс, тыуған балалар етем, атайһыҙ үҫә. Законлы никахҡа инмәйенсә, бергә йәшәүгә өҫтөн­лөк биргәндәр ошо хаҡта уйланһын ине.

Тормош булғас, төрлө хәлдәр була: осраған ауырлыҡтарға баш эймәй, бирешмәй көслө рухлы булып, алға ҡарап йәшәй белергә кәрәктер ул. Мөхәббәт иһә – бик ҡәҙерле тойғо, уны яман һүҙҙәр­ҙән, яңылыштарҙан һаҡлай белергә кәрәк. Бер-береңдән ғәфү үтенеп, үҙ-ара аңлашып йәшәй белгәндә, барыһы ла яҡшы була, сөнки тормош ҡатмарлы ла, ауыр ҙа.

Әйткәндәр бит, ҡәҙерен белеп йәшәгәндәр өсөн донъя матур ул: һәр иртә ер йөҙөнә алтын ҡояш яҡты нурҙарын һибә, һан­дуғастар һайрай, сәскәләр күҙен аса, йомшаҡ ел иҫә, йылы ямғыр яуып, сылтырап йылға аға һәм башҡалар... Бына ошо матур донъяға һөйөнөп йәшәргә, эш­ләр­гә, нәҫелеңде ҡалдырыу өсөн балалар үҫтерергә, үҙ илеңә хеҙмәт итергә кәрәк.

Үҫмерҙәрҙең бөтәһе лә мөхәб­бәттең серен аңлап бөт­мәй­ҙер ул. Шуның өсөн мәктәп програм­маһында йәш егет-ҡыҙ­ҙарҙы тормошҡа әҙерләү өсөн хис-той­ғолар, үҙ-ара мөнәсә­бәттәр темаларына ҡағылышлы дәрестәр булһа икән.

Кисә Ғашиҡтар көнө билдә­ләнде. Ҡорған тормошоғоҙ бә­хетле һәм оҙон ғүмерле булһын өсөн, донъя карабында дөрөҫ йүнәлеш алып, матур йәшәгеҙ, ине тип әйтке килә.


Вернуться назад