Киттек Өфөгә!11.02.2019
Хәҙер транспорт сараларының ниндәйе генә юҡ. Теләгәндәр бар уңайлыҡтарға эйә “текә” автомобилдә елә, ҡайһы берәүҙәр хатта эшкә вертолетта ғына йөрөй.

Ә шулай ҙа күпселек үҙенең төп транспортын онотмай. Мәҫәлән, Благовещен ҡалаһында йәшәгән берәү “Бәйләнештә” селтәрендә ошондай иғлан ҡуйған: “Иртәгә иртәнге сәғәт алтыла Өфөгә барам. Теләгәндәр яҙығыҙ. Тәбиғи кондиционер. Ҡиммәт түгел, алдан 100 һум түләргә кәрәк”.

Пассажирҙар табылғанмы-юҡмы, уныһы билдәһеҙ, әммә был иғлан бик күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятты.


Вернуться назад