Үҙҙәрен бөгөндән ҙур сәхнәгә сығар!07.02.2019
Башҡортостандың 100 йыллығына бағышлап, Баймаҡта оло йәштәгеләр араһында “Сәскә ат, Республикам!” тип аталған район конкурсы старт алды.

Тәүге тур ауыл биләмәләре араһында үтә. Уларҙағы иң яҡшы сығыштар баһалама төркөмө ағзалары тарафынан һайлап алынып, район мәҙәниәт йортондағы гала-концертта күрһәтеләсәк.

Хаҡлы ялдағылар араһында талантлыларҙы асыҡлау, уларҙың тормошон йәнле, йәмле итеү маҡсатында үткәрелгән сарала ауыл халҡының әүҙем ҡатнашыуы хуплауға лайыҡ. “Йәштәрсә дәрт, сәм, үҙҙәренә генә хас матурлыҡ, ололарса олпатлыҡ менән сығыш яһағандарҙың һәр береһен бөгөндән үк ҙур сәхнәгә сығарырлыҡ – улар артистарҙан һис тә кәм түгел”, – ти конкурсты ойоштороусылар.


Вернуться назад