Декрет ялына сығырға өс аҙна ҡалғас...06.02.2019
Өфөлә декрет ялына сығырға өс аҙна ваҡыт ҡалған ҡатынды законһыҙ рәүештә эшенән бушатҡандар.

Лиана Ҡотлоярованың һүҙҙәренсә, ул мотлаҡ медицина тикшереүе үтеү сәбәпле хеҙмәт урынында өс көн булмаясағы хаҡында супермаркет етәкселегенә әйткән булған. Аҙаҡ табиптан справка килтергән, әммә магазин директоры ҡабул итмәгән, хеҙмәткәрҙе прогул өсөн эштән ҡыуған.

Лиана Дәүләт хеҙмәт инспекцияһына мөрәжәғәт иткән. Инспекторҙар әйтеүенсә, ауырлы ҡатындарҙың медицина тикшереүе үтеү өсөн ауырығанлыҡ ҡағыҙы алмаҫҡа хоҡуғы бар, справка ла етә.

Бынан тыш, ауырлыларҙы ойошма банкрот тип иғлан ителгәндә йәки ябылғанда ғына эштән сығарырға мөмкин. Башҡа осраҡтарҙа был – закон боҙоу.

Яҡын арала Лиана Ҡотлоярова кире эш урынына ҡайтып, декрет ялына сыға аласаҡ.


Вернуться назад