Путин бүләге05.02.2019
Өфөнән студент Павел Захаркин Рәсәй Президенты Владимир Путиндан бүләк алған. Ил етәксеһенең фанаты булған егет автограф ҡуйылған портретын һорап яҙған.

Яңыраҡ Башҡортостан буйынса баш федераль инспектор Михаил Закомалдин Рәсәй Президентының ҡабул итеү бүлмәһендә В. Путиндың бүләген тапшырҙы.

– Беҙҙең Президент минең өсөн абруйлы шәхес. Күптәр: “Ниңә?” – тип һорай. Ул — легендар, тип яуаплайым. Уның аҡылы, көсө, ылыҡтырыу һәләте һоҡландыра, – ти студент.





Вернуться назад