Һепертмә буран сыға04.02.2019
Башҡортостан гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, 5 февралдә республикала төндә яуым-төшөмһөҙ, көндөҙ урыны менән бер аҙ ҡар яуа, еңелсә буран сыға, юлдың айырым участкаларына көрт һалыуы ихтимал. Ел төньяҡ-көнсығыштан, көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә 22-27, көнсығыш райондарҙа 28-33, көндөҙ 15-20, көнсығышта 26 градусҡа тиклем һалҡын була.

6 февралдә ҡар яуа, һепертмә буран сыға. Ел көньяҡ-көнсығыштан талғын, һауа температураһы төндә 17-22, аяҙытҡанда 25-30, көндөҙ иһә 14-19, көнбайыш райондарҙа 9 градус һалҡын була.


Вернуться назад