54 йәштә – Балалар сәнғәт мәктәбенә...03.02.2019
54 йәштә – Балалар сәнғәт мәктәбенә...Нефтекама ҡалаһындағы Балалар сәнғәт мәктәбендә 16 йыл дауамында йәш быуынға музыкаль һәм эстетик тәрбиә биреү, уларҙың һәләтен асыу, талантын үҫтереү маҡсатында өҙлөкһөҙ эш алып барыла.

Шул уҡ ваҡытта бында, балалар менән бер рәттән, сәнғәт серҙәрен үҙләштергән өлкәндәр ҙә бар. Мәҫәлән, 54 йәшлек Владимир Сперенков – шундайҙарҙың береһе. Ҡыҙы Полина музыка мәктәбен тамамлап, киләсәген ошо өлкә менән бәйләргә хәл итеп, Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға ингәс, атай кеше лә, уға фекерҙәш, кәңәшсе булыу маҡсатын ҡуйып, Балалар сәнғәт мәктәбенә белем алырға килә. Фортепиано класы уҡытыусыһы Рәйсә Хажиева уҡыусыһының тырышлығын, музыкаль һәләтен юғары баһалай.

Владимир Себерҙә вахта ысулы менән эшләй. Балалар сәнғәт мәктәбендә оҙайлы ялдарында шөғөлләнә.


Вернуться назад

Яндекс.Метрика