Әсәнән күргән.... йырлаған31.01.2019
Йырсы Алһыуҙың ҡыҙы “Голос. Дети” проектының башҡарыусыны күрмәйенсә тыңлап ҡарау этабын үткән. Ун йәшлек Микелла башҡа дәғүәселәр менән бер рәттән һынауҙа ҡатнашҡан.

Кескәй ҡыҙ инглиз телендә йырлап, вокал оҫталығын күрһәткән. Композиция махсус рәүештә сит ил мюзиклы өсөн яҙылған.

– Ҡыҙым башҡарған эшенән ҡәнәғәтлек алһын ине. Әле был турала һүҙ алып барыу иртәрәк булһа ла, Микелла йырсы йәки музыкант һөнәрен һайлаясағына иманым камил. Беҙ уны был йәһәттән хуплайбыҙ, – тине Алһыу.


Әйткәндәй, “Голос. Дети” проектының алтынсы миҙгеле ошо көндәрҙә башлана.




Вернуться назад