Пассажир водителдән туҡмалған30.01.2019
29 ғинуар кисенде маршрут автобусы водителе туҡталышта пассажирҙы – “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хеҙмәткәрен туҡмаған. Башҡортостан Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, “ГАЗель” водителе полицияға килтерелгән. Зыян күреүсе судмедэкспертизаға ебәрелгән.

“Башинформ” агентлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, пассажир “Витамин заводы” туҡталышында автобусҡа ултырырға булған. Тик салонда урындар булмай сыҡҡан. Ул водитель эргәһендә урын булыуын күреп, алғы ишекте асыуҙы һораған, тик водитель яуап бирмәгән.

“Водитель автобустың ишеген япты. Мин инеп өлгөрмәнем, ишеккә ҡыҫылдым. Тышта ситкә китеп тә өлгөрмәнем, “маршрутка” ҡуҙғалып китте. Үҙем дә һиҙмәҫтән ишеккә һуҡанмындыр инде. Автобус туҡтаны, асыуланған водитель миңә ташланды. Бер нисә тапҡыр янтайып өлгөрҙөм, әммә барыбер эләкте. Ҡан төкөргәнемде күреп, ул рулгә ултырып, китеп тә барҙы”, – ти пассажир.

“Өфө-Лайн” компанияһы вәкиле был хәлгә аңлатма биреүҙән баш тартты. Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән ваҡиғаның контролгә алыныуы тураһында белдерҙеләр.



Вернуться назад