Ҡан биреп ҡара...29.01.2019
Ҡан биреп ҡара...8-нән 10 февралгә тиклем Өфөлә гендар тупланмаһының туҡымалар тура килешлегенә яуап биреүен асыҡлау буйынса ҡан тапшырыу акцияһы уҙасаҡ.

Акция елек мейеһе буйынса Бөтә Рәсәй донорҙар регистрын арттырыу һәм онкология йәки башҡа елек мейеһен күсереүҙе талап иткән сирҙәр менән ауырығандарҙың ғүмерен ҡотҡарыу өсөн уҙғарыла.

18 йәштән 45 йәшкә тиклемге, ауырлығы 50 килограмдан кәм түгел, ҡан донорлығына тыйыуҙары юҡ һәр кеше елек мейеһе доноры була ала.

Ҡан алыу бындай ғәҙәти ғәмәлдән бер нәмәһе менән дә айырылмай. Артабан, әгәр донор менән елек мейеһенә мохтаж кешенең гендар тупланмаһы тап килә икән, буласаҡ донор менән бәйләнешкә инәләр, медицина тикшереүе уҙғарып, унан тағы бер тапҡыр ризалыҡ аласаҡтар. Донорлыҡтан сәбәбен аңлатмай баш тартырға ла мөмкин.




Вернуться назад