Санкт-Петербург тарихындағы 900 көн27.01.2019
Бөгөн – Рәсәйҙең хәрби даны көнө. Ул 1944 йылдың 27 ғинуарында Ленинград ҡалаһын блокаданан азат итеүгә бәйле билдәләнә.

Мәғлүм булыуынса, Ленинград (хәҙер – Санкт-Петербург) 1941 йылдың 8 сентябренән 1944 йылдың 27 ғинуарына тиклем немец фашистары тарафынан блокадала тотола. Был сараға Германия командованиеһы мөһим стратегик һәм сәйәси әһәмиәт бирә.

Ленинград менән хәбәрләшеү 900 көн тирәһе Ладога күле һәм һауа аша ғына алып барыла. Блокада мәлендә ҡалала аслыҡтан һәм атыштарҙан 641 меңдән ашыу (ҡайһы бер сығанаҡтар буйынса – бер миллион тирәһе) кешенең ғүмере өҙөлә.

Түҙгеһеҙ ауыр шарттарҙа ла туған ҡалаһын ситтәргә бирмәгән ленинградтарҙың ихтыяр көсө, батырлығы бөтөн Совет халҡының ҡаһарманлығы билдәһенә әүерелә.

1945 йылдың 26 ғинуарында ҡала Ленин ордены менән наградлана, ошо уҡ йылдың 1 майынан “Герой ҡала” тип йөрөтөлә башлай, 1965 йылдың 8 майында уға “Алтын йондоҙ” миҙалы бирелә.

Бөгөн блокаданан азат ителеүгә - 75 йыл. Ошо уңайҙан Санкт-Петербургта хәрби парад үткәрелә.


Вернуться назад