Һеҙгә ҡайһы төбәк операторы хеҙмәт күрһәтәсәк?24.01.2019
Башҡортостанда күп фатирлы йорттарҙа, шәхси секторҙа йәшәүселәр, шулай уҡ юридик берәмектәр, эшҡыуарҙар 2019 йылдың ғинуарында төбәк операторы менән ҡалдыҡтар буйынса хеҙмәт күрһәтеүгә килешеү төҙөргә тейеш, тип белдерҙеләр республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында.

Бындай килешеү төҙөү кәрәклеге ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса Рәсәй Хөкүмәте тарафынан раҫланған ҡағиҙәләрҙә ҡаралған. Формаһы һәм тәртибе республика биләмәләрен хеҙмәтләндергән төбәк операторҙарының рәсми сайтына ҡуйылған:

“Ҡаланы тәртипкә килтереү буйынса махсус автохужалыҡ” муниципаль унитар предприятиеһы (телефоны – 8 (800)347-80-03, htt://sahufa.ru/).
Хеҙмәтләндереү төбәктәре – Өфө ҡалаһы; Архангел, Балаҡатай, Благовар, Благовещен, Дыуан, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Ҡыйғы, Кушнаренко, Мәсетле, Нуриман, Салауат, Өфө, Шишмә райондары;

“Дүртөйлөмелиоводстрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (телефоны – 8 (800) 511-84-20, https://dmsrb.ru/).
Хеҙмәтләндереү төбәктәре – Ағиҙел, Нефтекама, Межгорье ҡалалары; Асҡын, Балтас, Бөрө, Борай, Дүртөйлө, Илеш, Ҡалтасы, Ҡариҙел, Краснокама, Мишкә, Тәтешле, Яңауыл райондары;

“Эко-Сити” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең республика бүлексәһе (телефоны – 8 (800) 700-49-00, htt://ecocityrb/).
Хеҙмәтләндереү төбәктәре: Күмертау, Салауат, Сибай, Стәрлетамаҡ ҡалалары; Әбйәлил, Ауырғазы, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Ғафури, Ейәнсура, Стәрлебаш, Йылайыр, Ишембай, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Мәләүез, Миәкә, Стәрлетамаҡ, Учалы, Федоровка, Хәйбулла райондары;

“Экология-Т” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (телефоны – 8 (800) 250-01-85, htt://eko-tro.ru/).
Хеҙмәтләндереү төбәктәре: Октябрьский ҡалаһы; Әлшәй, Баҡалы, Бәләбәй, Бишбүләк, Бүздәк, Дәүләкән, Йәрмәкәй, Туймазы, Саҡмағош, Шаран райондары.

* * *


Сүп-сарҙы йыйыу һәм сығарыу буйынса яңы системаға күсеүгә бәйле барлыҡ һорауҙар менән төбәк операторҙарының “ҡыҙыу линия”һына, шулай уҡ республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына (телефон – 8 (347) 218-03-90) шылтыратырға мөмкин.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019 йылдың 1 ғинуарынан илебеҙ ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең яңы системаһына күсте. Хәҙер сүп-сарҙы йыйыу, ташыу, эшкәртеү, утилләштереү, зарарһыҙландырыу һәм күмеү менән төбәк операторҙары шөғөлләнәсәк, ә халыҡ был хеҙмәт өсөн ҡаралған тарифтарға ярашлы түләргә тейеш.

Башланғыс тәү сиратта ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең заманса, экологик йәһәттән хәүефһеҙ системаһын булдырыу, санкцияланмаған күп һанлы ҡыйлыҡтарҙы бөтөрөү, яңылары барлыҡҡа килеүҙе туҡтатыу, шулай уҡ сүп-сарҙы сорттарға бүлеү һәм эшкәртеү буйынса үҫешкән инфраструктура төҙөүгә йүнәлтелгән.


Вернуться назад