Таналыҡтан – 15 килолыҡ суртан!20.01.2019
Хәйбулла районының Мәмбәт ауылында йәшәгән Нәзим Байғусҡаровты ауылдаштары оҫта балыҡсы һәм һунарсы булараҡ яҡшы белә. Күптән түгел ул Таналыҡ йылғаһынан 15 килограмлыҡ суртан тотҡан!

Балыҡсы ҡатыны Зөлфиә Байғусҡарова ла өлгөр: иренең табышы янында тиҙ генә фотоға төшөп, социаль селтәргә һалды. Ысынлап та, балыҡ тотор ирең барында, ниңә маһайып алмаҫҡа?! Өҫтәүенә ниндәйе эләккән бит әле: әйҙә, күрһен халыҡ мәмбәттәр ҡайһындай табыш алғанын!

Таналыҡтан ҙур суртан эләгеү хаҡында хәбәр йәшен тиҙлегендә таралып, әле бында төрлө тарафтан балыҡсылар килеп етте, тип хәбәр иттеләр Хәйбулла районынан.


Вернуться назад