Етешһеҙлектәргә шаһит булһағыҙ…16.01.2019
Өфөлә һәм тағы ла 14 районда ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса төбәк операторы булған “Ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус автохужалыҡ” муниципаль предприятиеһы яңы мобиль сервисты ғәмәлгә индерҙе.

Әгәр сүп-сарҙы ситкә сығарыу графигын боҙоуға шаһит булһағыҙ йәки рөхсәтһеҙ сүплек асылыуын асыҡлаһағыҙ, был турала 8-986-704-40-88 телефоны аша фото- һәм видеомөрәжәғәт ебәрә алаһығыҙ. Белдереүҙәр WhatsApp һәм Viber мессенджерҙары аша ҡабул ителә. Мөрәжәғәттә шулай уҡ проблеманың асылын, хәл-шарттың адресын күрһәтергә кәрәк. Мәғлүмәт предприятиеның тәғәйен хеҙмәттәренә ебәреләсәк. Улар үҙ сиратында тейешле сара күрәсәк.





Вернуться назад