Тәү сиратта хәүефһеҙлек16.01.2019
19 ғинуар православие дине вәкилдәре Керәшен байрамын билдәләй. Был байрам тураһында һүҙ сыҡһа, күптәр мәкелә һыу инеүҙе күҙ алдына килтерә.

Өфөлә һыу инеү өсөн дүрт купель әҙерләнәсәк. Улар һәр йылдағыса Ҡашҡаҙан һәм Һалдат күлдәрендә, Нижегородка районы янында Ағиҙел йылғаһында буласаҡ. Шулай уҡ быйыл беренсе тапҡыр Аксаков исмендәге баҡса күлендә лә боҙло һыуға сумыу мөмкин буласаҡ.

Һыу инә торған урындарҙа “Ашығыс” ярҙам, ҡотҡарыусылар, полиция һәм хәүефһеҙлек хеҙмәткәрҙәре дежур итәсәк. Шулай уҡ кейенеп-сисенеү өсөн йылытылған палаткалар, биобәҙрәфтәр, сүп-сар урналары урынлаштырыласаҡ, ҡайнар сәйле ялан ашханаһы ла эшләйәсәк.





Вернуться назад

Яндекс.Метрика