Бәхетленең байрамы бергә06.01.2019
Яңы йыл мөғжизәһе дауам итә Хәйбулла тарафтарында. Әйтерһең дә, Ҡыш бабай үҙенең тылсымлы таяғын әле бер, әле икенсе ергә ташлап, шатлыҡ-ҡыуаныстар өләшә генә. Ошо көндәрҙә Аҡъяр ауылында йәшәүсе 90 йәшлек Ғәлиә Торопҡоловаға ил Президенты ҡотлауы менән бергә район хакимиәте башлығы бүләге тапшырылды. Юбилярҙы тәбрикләргә райондың һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары советы рәйесе Ырыҫбикә Аллағолова һәм район хакимиәте башлығы урынбаҫары Галина Шалашова килде.

Сығышы менән Ғәлиәхмәт ауылында тыуып-үҫкән инәй әле район үҙәгендә балалары янында бәхетле ҡартлығын кисерә. Әйткәндәй, Урал аръяғы төбәгендә генә түгел, республикала Хәйбулла районы йөҙйәшәрҙәр буйынса тәүге урындарҙың береһен биләй. Быйыл районда 50-нән ашыу оло йәштәгеләр үҙҙәренең 90, 95 йәшлек юбилейҙарын билдәләргә йыйынһа, Евдокия Жилякова 105 йәшлек ғүмер байрамын билдәләйәсәк.


Вернуться назад