Автобус аварияға осраны06.01.2019
Кисә Бәләбәй районында автобус ҡатнашлығындағы юл транспорт хәл-ваҡиғаһында ике кеше зыян күргән.

Бәләбәй-Стәрлетамаҡ маршруты буйынса хәрәкәт иткән “Hyundai” маркалы рейс автобусы һәм “ВАЗ-2106“ автомобиле Булановка ауылы янында бәрелешкән. Аварияла еңел автомобиль водителе һәм ундағы пассажир йәрәхәт алған.



Вернуться назад