Ваҡытында ѳлгѳргәндәр06.01.2019
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Яңы йыл байрамдары юғалтыуҙарһыҙ үтмәне:1 ғинуарҙан бѳгѳнгѳ кѳнгә тиклем республикала 126 янғын теркәлһә, уларҙа 15 кешенең ғүмере ѳҙѳлгән, туғыҙы тән йәрәхәттәре алған. Үткән тәүлектә йәнә 18 янғын теркәлгән.

Бѳгѳн тѳндә Ѳфѳ ҡалаһының Аксаков урамындағы йорттарҙың береһендә, һигеҙенсе ҡатта, янғын сыға. Ваҡиға урынына янғын һүндереүселәрҙең, полиция һәм “тиҙ ярҙам” бригадаһының ваҡытында килеп етеүе ҙур бәләнән аралап ҡала. Ҡотҡарыусылар туғыҙынсы ҡатта йәшәгән ун кешене эвакуациялаған. Янғын һүндереүселәр белдереүенсә, бер кеше зыян күргән.






Вернуться назад