Сүпте сығармайҙар икән...04.01.2019
Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров яңы йылдан сүп-сарҙы сығарыу системаһы реформаһы башланыуын, Башҡортостан төбәктәрендә сүп-сар сығарыу эше сифатһыҙ башҡарыла ҡалһа, был хаҡта кешеләр уға социаль селтәрҙәр аша мөрәжәғәт итә алыуын белдерҙе.

“1 ғинуар беҙҙең өсөн етди һынау булды – был көндән илдә сүп-сар сығарыу системаһы реформаһы башланды. Беҙ уға етди әҙерләндек.

Хәтерегеҙгә төшөрәм, ҡайһы бер төбәктәрҙә идара итеүсе компаниялар граждандарға сүп-сар сығарыу хаҡын етди күтәреүҙе талап иткәйне, властарҙы “сүп-сар коллапсы” менән ҡурҡытҡайны. Һөҙөмтәлә, беҙҙең тарифтар – илдә иң түбәндәгеләрҙең береһе, әлеге ваҡытта барыһы ла үҙ яйы менән бара”, – тип яҙҙы Радий Фәрит улы социаль селтәрҙәрҙә.

Яңы йылдың тәүге өс көнөндә республикала алты мең тонна сүп-сар сығарылған, 568 берәмек техника өҙлөкһөҙ эшләй.




Вернуться назад