Ҡарлы-елле ялдар көтә04.01.2019
Республикала ял көндәрендә ел сығыуы, һауа температураһының урыны менән минус 23 градусҡаса түбәнәйеүе көтөлә. Йомала көн бер аҙ болотло булып, урыны менән еңелсә ҡар яуһа, иртәгә, 5 ғинуарҙа, елдең көсәйеүе, ҡайһы бер райондарҙа ҡар яуып, буранлап тороуы көтөлә.

Көньяҡ-көнбайыш райондарҙа көндөҙ 10 – 15 градус һалҡын булһа, төнөн 18 – 23 градус һалҡынға етәсәк.

Йәкшәмбелә, 6 ғинуарҙа, ҡар яуыуы, урыны меәнә боҙлауыҡ булыуы, еңелсә ел иҫеүе, юлдарға һырынтылар һалыуы күҙаллана. Көньяҡтан уртаса тиҙлектәге ел иҫәсәк, һауа температураһы төнөнө – 6 – 11 градус һалҡын (көньяҡ-көнбайыш райондарҙа минус 16 градус самаһы), көндөҙ 1 – 6 градус һалҡын буласаҡ.



Вернуться назад