Аэрофлот ярҙамға ашыға02.01.2019
Аэрофлот 4 ғинуарҙан Магнитогорскиҙағы фажиғәлә һәләк булғандарҙың, зыян күргәндәрҙең яҡын туғандарын ошо ҡалаға һәм кире йәшәгән урынына бушлай илтеү ойоштора.

Был ғәмәл өсөн Шереметьево аэропортынан йөрөгән даими рейстар файҙаланыласаҡ, бар сығымдар авиакомпания иҫәбенә ҡапланасаҡ. Был хаҡта тулыраҡ мәғлүмәт алыу, рейстарҙың расписаниеһын белеү, авиабилет бронләү һ.б. өсөн +7 (495) 223-5555 (Мәскәү), 8 (800) 444-5555 (Рәсәй) телефондары буйынса шылтыратырға кәрәк. Билеттар Аэрофлоттың үҙенең һатыу офистарында бирелә.


Вернуться назад