Ҡаланыҡылар ҙа көнләшеп ҡарар әле!02.01.2019
Ауыл мәктәптәре үҙ ҡеүәтенә йылдан-йыл нығыраҡ инандыра бара. Сираттағы ваҡиға – быға йәнә бер дәлил.

“Электрон мәктәп” V республика форумында Хәйбулла районы үҙәгенең 2-се мәктәбе “Ауыл мәктәптәре” номинацияһында I дәрәжә дипломға лайыҡ булды! Мәғариф учреждениеһы директоры Нияз Рыҫҡолов әйтеүенсә, һөҙөмтәле эшләгән заманса уҡыу йорттарын билдәләү мөмкинлеген биргән сарала төбәгебеҙҙең төрлө район-ҡалаларынан күпләп ҡатнашҡандар.

– Араларынан тап беҙҙең мәктәптең еңеп сығыуына тәүҙә ышанмай ҙа торҙоҡ. Яңы йыл алдынан икеләтә шатлыҡ булды был, – ти етәксе. – Ғөмүмән, иҫкелеккә йәбешеп ятмайынса, заман технологияларын тулыһынса эшкә егеү, электрон белем биреүҙең бар мөмкинлектәрен файҙаланыу кәрәк беҙгә. Тырышҡанда, барыһын да булдырабыҙ, хатта уҙып китәсәкбеҙ – ҡаланыҡылар ҙа көнләшеп ҡарар әле!



Вернуться назад