Силәбелә – башҡорт Шыршы байрамы27.12.2018
Бына ун йыл инде Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге вәкиллеге төбәк башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә башҡорт Шыршы байрамын ойоштора. Быйыл сара “Планета Смайлс” күңел асыу паркында үтте.

Байрамға ишле һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән, олимпиадаларҙа, спорт ярыштарында уңышҡа өлгәшкән балалар саҡырылды. Улар Арғаяш, Ҡоншаҡ, Сосновка, Красноармейск райондарынан һәм Силәбе ҡалаһынан килде. Кескәйҙәрҙе шыршы янында башҡорт Ҡыш бабайы көтә ине. Барыһына ла татлы бүләктәр тапшырылды, уйындар ойошторолдо.




Вернуться назад