Яңы Булгаков өлөшсөләре лә фатирлы булды27.12.2018
Өфө районының “Яңы Булгаков” торлаҡ комплексын төҙөүсе ойошма алданған өлөшсөләргә әллә ҡасандан көткән фатирҙарының асҡыстарын бирҙе. Бер юлы дүрт йорт – 8А, 32А, 16Б һәм 17Б файҙаланыуға тапшырылды, 108 ғаилә йортло булды.

“Радий Фәрит улының күрһәтмәһе тулы кимәлдә тормошҡа ашырылды. Республикала биш проблемалы йорт файҙаланыуға тапшырылды. Өфө районы хакимиәте, республиканың Төҙөлөштө күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты һәм, иң мөһиме, подрядсының берҙәм эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә пландарҙы тормошҡа ашырыуға өлгәштек”, – тине Башҡортостандың Төҙөлөш буйынса дәүләт комитеты рәйесе Григорий Невоструев.

2018 йылда Өфө, Салауат, Нефтекама ҡалалары һәм Өфө районындағы 19 йорт проблемалылар иҫәбенән һыҙылды. Дөйөм алғанда 899 кеше фатирҙары асҡыстарын алды.


Вернуться назад