“Йәшел сауҡалыҡ” – тәүге тиҫтәлә24.12.2018
OneTwoTrip сәйәхәттәр онлайн-сервисы эксперттары Рәсәйҙәге иң ҙур ҡунаҡханалар рейтингын төҙөнө. Бының өсөн улар 7500-ҙән ашыу объектты тикшерҙе.

Иң ҙур һәм һыйҙырышлы отель тип Сочиҙағы “Бархатные сезоны – Русский дом” танылды. Унда сәйәхәтселәр өсөн 3 456 номер бар. Икенсе урында – шул уҡ Сочиҙағы “Бархатные сезоны – Александровский сад” отеле, өсөнсөлә иһә – Мәскәүҙәге “Космос” ҡунаҡханаһы. Өфөнөң “Йәшел сауҡалыҡ” отель-шифаханаһы – рейтингтың алтынсы баҫҡысында.





Вернуться назад