Беҙҙең шыршы – иң бейеге24.12.2018
“ТурСтат” аналитика агентлығы Рәсәй ҡалаларындағы иң бейек яңы йыл шыршылары рейтингын төҙөнө.

Өфө балалар филармонияһы алдындағы 34 метрлыҡ шыршы был рейтингта икенсе урында. Ул Красноярскиҙағы шаршынан ғына (55 метрлыҡ) ҡалыша. Шулай уҡ Тула, Төмән, Иркутск шыршылары – исемлектең тәүге баҫҡыстарында.

Әйткәндәй, Балалар филармонияһы алдындағы шыршыны 19 ноябрҙә ҡуйҙылар. Уны Благовещен районынан алып килгәндәр.



Вернуться назад