Балалар өсөн иң шәп ҡала ҡайҙа?19.12.2018
Мәскәү ҡалаһында Федерация Советында “Балалар өсөн ҡалалар” тип аталған Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәрен билдәләнеләр. Өфө ҡалаһы һынатманы, ул “Күп йыллыҡ уңышлы лидер” номинацияһында еңеү яуланы. Ул 165 муниципалитет һәм 54 төбәк араһында алдынғы булды.

Сараға Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Алина Сөләймәнова килгәйне. Уның әйтеүенсә, ҙур еңеү артында ябай халыҡтың көсө һәм хеҙмәте тора:
– Ял белмәй, тырышып эшләгән кешеләргә ҙур рәхмәт. Бөгөн уларҙың хеҙмәтенең юғары баһаланыуы, һис шикһеҙ, балалар бәхете һәм илебеҙ киләсәге өсөн тағы ла һөҙөмтәлерәк эшләү теләген тыуҙыра.


Вернуться назад