Дукалис Өфөгә килде19.12.2018
Кинола Дукалис роле аша халыҡҡа билдәле булған Сергей Селин ауыл эшсәндәренең тормошо менән ҡыҙыҡһына башлаған. Бөгөн ул республика Ауыл хужалығы министрлығында мәғлүмәт хеҙмәттәшлеге буйынса барған семинар-кәңәшмәлә ҡатнашты. Сергей Селин тыуған ерҙе яратырға, ауыл эшсәндәре хеҙмәтен хөрмәт итергә саҡырҙы.

Бөгөн аграрийҙар алдында торған бурыстар тураһында Башҡортостандың Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фәзрахманов һөйләп үтте. Сарала Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов та ҡатнашты.





Вернуться назад