Радик Юлъяҡшинды ҡурҡытырға уйлағандар19.12.2018
"Мәҙәниәт һарайына шартлатҡыс һалғандар. Ул тиҙҙән шартлаясаҡ". Радик Юлъяҡшиндың Татарстандың Аҙнаҡай ҡалаһындағы концерты мәлендә билдәһеҙ кешенән ана шундай хәбәр килә.

"Тиҙ арала Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт иттек. Өс минут эсендә экипаж килеп тә етте, халыҡ залдан сығарылды һәм тәртип боҙоусы табылды. Ул психиатрия диспансерында иҫәптә торған әҙәм булған. Полиция хеҙмәткәрҙәренә һиҙгерлеге һәм етеҙлеге өсөн ҙур рәхмәт әйтәм. Уңайһыҙлыҡ килеп тыуған өсөн тамашасылар алдында ғәфү үтенәм", – тип яҙа был хаҡта сәхнә йондоҙо үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Һуңынан концерт дауам иткән. Аҙнаҡай халҡы рәхәтләнеп ял иткән, башҡорт егетенең дәртле йырҙарына ҡушылып йырлаған да, бейегән дә.


Вернуться назад