Әйҙә сығайыҡ, саңғы шыуайыҡ!13.12.2018
Әлшәй районында ҡышҡы саңғы миҙгеле асылды. Яңыраҡ көслө спортсыларҙы асыҡлау, сәләмәт тормошто йәйелдереү маҡсатында район беренселегенә ярыштар үткәрелде.

Тәүҙә ҡар ҡатламының йоҡалығы ойоштороусыларҙы бер аҙ хафаландырһа ла, ҙур тырышлыҡ һөҙөмтәһендә ярыштар уңышлы үтте. Сараны район хакимиәтенең спорт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты, мәғариф бүлеге, балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе, ДОСААФ-тың район буйынса урындағы бүлексәһе, “Берҙәм Рәсәй” партияһы вәкилдәре ойошторҙо.

31 команданан 250 спортсы ҡатнашҡан ярышта беренселекте төп дөйөм белем биреү учреждениелары араһында Ниғмәтулла ауылы мәктәбе, урта белем биреү мәктәптәре араһында — Ыҫлаҡ мәктәбе, ауыл биләмәләре араһында Раевка ауыл советы яуланы. Еңеүселәр һәм призерҙар миҙалдар, грамоталар һәм команда кубоктары менән бүләкләнде.



Вернуться назад