“Башҡортостан” Сибайҙа нимә эшләй?05.12.2018
Әлеге мәлдә “Башҡортостан” гәзите хеҙмәткәрҙәре Урал аръяғында эш сәфәре менән йөрөй. Бөгөн баш мөхәррир Вәдүт Исхаҡов менән әҙәбиәт һәм мәҙәниәт бүлеге мөдире Лариса Абдуллина, гәзиттең махсус хәбәрсеһе Кәримә Усманова Башҡорт дәүләт университеты филиалы Сибай институтының студенттары һәм уҡытыусылары менән осрашты.

Педагогика факультеты студенттары Вәдүт Ғәйфулла улының сәләмләү һүҙен, Лариса Хашим ҡыҙының Салауат Юлаев, батырҙың һуңғы төйәге Эстонияла башҡорттарҙы нисек ҡаршы алыуҙары хаҡындағы сығышын тыңланы, журналисҡа ҡуйылған талаптар тураһында фекер алышты.
Ҡунаҡ ашы – ҡара ҡаршы. Осрашыу һуңында сибайҙар концерт номерҙары менән сығыш яһаны.


Вернуться назад