Боҙҙағы дискотека эҫе булды...04.12.2018
Раевка ауылындағы 2-се мәктәптең хоккей ҡабында йәштәр өсөн “Боҙ дискотекаһы” үткәрелде. Спорт һәм күңел асыу сараһын райондың Йәштәр эштәре буйынса комитеты һәм Берҙәм Рәсәйҙең “Йәш гвардия” бүлексәһе ойошторҙо.

Йәш гвардиясыларҙың әүҙемлегенә, төрлө мауыҡтырғыс эстафеталар, уйындар үткәреүенә халыҡ өйрәнгән инде. Шуға күрә был юлы ла көҙгөләй боҙ өҫтө ҡарты-йәше менән тигәндәй тулы булды. Күптәр боҙҙағы дискотекаға ғаиләләре менән килде. Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Закуан Әхмәтов спорт һөйөүселәрҙе сәләмләп, күтәренке кәйеф, эштәрендә уңыштар теләне. Балалар, командаларға бүленеп, күңелле эстафетала ҡатнашты. Иң әүҙемдәр приздар менән бүләкләнде.


Фото:


Вернуться назад