Яңы йыл ҡупшыҡайы саҡыра!02.12.2018
Һәр ерҙә Яңы йылдың яҡынлашыуы һиҙелә: шыршылар матур кейенә, боҙ ҡаласыҡтары төҙөлә, һырғалаҡтарҙа бала-сағаның шат тауыштары яңғырай.

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа ла Яңы йыл ҡупшыҡайы түрҙән урын алды. Шыршыҡай мәҙәниәт һәм ял паркында урынлаштырылды, уның янында боҙ ҡаласыҡтары, Яңы йыл символы булған хайуан һыны һәм башҡа әкиәт геройҙары урын аласаҡ. Шулай уҡ бында балаларҙың ҡышҡы ялын файҙалы һәм күңелле үткәреү өсөн бар шарттар тыуҙырыласаҡ.


Вернуться назад