Тротуарҙы таҙартығыҙ!27.11.2018
Өфө үҙәгендәге Пархоменко урамында, Матбуғат йорто менән Ибраһимов бульвары арауығында, инде бер нисә көн тротуар ҡарҙан таҙартылмай. Етмәһә, автомобиль юлындағы ҡар ҙа шунда сығарып һалынған.

Йөрөү ауыр булғас, йәйәүлеләр автомобиль юлына сығып атларға мәжбүр. Был иһә, берҙән, кеше ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйһа, икенсенән, йәйәүлеләрҙе юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙорға мәжбүр итә.




Вернуться назад