Әсәйҙәр тәбрикләнде27.11.2018
Биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән гүзәл ханымдарға “Әсәлек даны” миҙалы тапшырыу республикабыҙҙа матур традицияға әйләнгән. Бөгөн 44 бәхетле әсәй республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡулынан юғары награда алып һөйөндө.

– Төбәк етәксеһе булараҡ, был миссияны тәүге тапҡыр үтәйем, шуға күрә һеҙҙең кеүек мин дә бер аҙ тулҡынланам, – тип башланы һүҙен Радий Фәрит улы. Артабан ул республиканың төрлө райондарынан килгән ҡатын-ҡыҙҙарҙы яңыраҡ уҙған Әсә көнө менән ихлас тәбрикләп, ғаилә именлеге, балалар бәхете теләне. Радий Хәбиров үҙ сығышында алда торған мөһим бурыстарға, республика етәкселегенең эшмәкәрлек йүнәлештәренә лә туҡталды.


– Һеҙҙең тормош юлдаштарығыҙ, балаларығыҙ үҙебеҙҙә яҡшы эшле булырға тейеш. Беҙҙең бурыс – һеҙҙе һәм республикабыҙҙың киләсәген сифатлы медицина хеҙмәтләндереүе, төплө белем, уңайлы тормош шарттары менән тәьмин итеү, – тип билдәләне ул.


Вернуться назад