“Батырҙар йондоҙлоғо” еңеүселәре билдәләнде27.11.2018
Өфөлә хәүефһеҙлеккә һәм кешеләрҙе ҡотҡарыуға арналған Х Бөтә Рәсәй “Батырлыҡ йондоҙлоғо” фестиваленең төбәк этабы лауреаттарын бүләкләү тантанаһы булды.

Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы был фестивалде унынсы тапҡыр ойоштора. Һуңғы арала ул министрлыҡтың иң киң йәмәғәтселек акцияһына әүерелде.

Фестивалдең ижади йөкмәткеһен – иң яҡшы фильмдар, репортаждар, хәүефһеҙлек һәм кешеләр ғүмерен ҡотҡарыуға арналған мәҡәләләр авторҙарын берләштергән бөтә Рәсәй журналистар һәм фото эштәр конкурсы тәшкил итә.

Йылдан-йыл “Беҙ хәүефһеҙ тормошто һайлайбыҙ” девизы аҫтында уҙғарылған бәйгелә ҡатнашыусылар һаны арта. Уларҙың иң сағыуҙары “Батырлыҡ йондоҙлоғо” фестивале еңеүсеһе исемлеген тулыландыра.


Вернуться назад